Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 13:46

Батут үҙәктәре тикшерелә

«Балалар хәүефһеҙлеге» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә батут үҙәктәренә тикшереү ойошторола, йәки ...

Йәмәғәтселек вәкилдәре Өфөләге аттракциондарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Рейд барышында тиҫтәгә яҡын етешһеҙлек табылған.
Балалар өсөн батутта һикереү шатлыҡ, ҡыуаныс ҡына. Улар был уйын майҙансығына килеп, һикереп туя алмайҙар. Тәү ҡарашҡа, хәүефһеҙ урын булып күренһә лә етешһеҙлектәр юҡ түгел. Баш ҡаланың дүрт батут үҙәге тикшерелгән һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешен ҡарауҙан тыш, йәмәғәтселәр инструкторҙарҙың һөнәри әҙерлеген, аптечкаларҙың булыу-булмауын иғтибарға алды. Аттракцион етәкселегенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күреү тәҡдим ителгән.
Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының эше йәйгә тағы ла артасаҡ. Сөнки асыҡ һауала ла батуттар ҡуйыла. Былтыр республикала ойошторолған һабантуйҙарҙа ғына уларҙың һаны ярты меңгә еткән.
Күҙәтеүсе органдарҙың төп маҡсаты - балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
Читайте нас: