Шулай итеп, Рәсәйҙә тәүлектең 13:00 – 15:00 һәм 19:00 – 09:00 сәғәттәрендә тауышланыуҙы тыйырға йыйыналар. Был ҡағиҙә ял һәм байрам көндәренә лә ҡағыласаҡ.
Төҙәтмәләрҙең төп маҡсаты – балалы ғаиләләрҙең тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау. Ә бит, ысынлап та, тап төшкө осорҙа сабыйҙар йоҡлай, ә дрель, көслө музыка балаға ғына түгел, өлкән кешегә лә ҡамасаулай. Белгестәр билдәләүенсә, киҫкен тауыштар балаларҙың психик үҫешенә кире йоғонто яһай.,
Шуныһы мөһим, яңылыҡ йыл ярым ваҡыттан алда сафҡа индерелгән объекттарға ғына ҡағыла, йәғни, фәҡәт яңы йорттарҙа тыныс күңел менән ремонт эшләргә, әйберҙәр ташырға мөмкин.
Ә инде нормативтарҙы боҙған өсөн физик шәхестәргә – 500-ҙән 3 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 20 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға 10 меңдән 25 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем административ штраф янаясаҡ.