Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2020, 12:32

Башҡортостанда ирекмәндәр арта

Саҡмағош районының Рапат ауылында мәктәп уҡыусыларынан тупланған ирекмәндәр хәрәкәте уңышлы эшләп килә.

Балалар мәҙәни, спорт сараларында ҡатнаша, мохтаждарға ярҙам күрһәтә, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Хәҙер уларҙың сафтарын өлкән быуын вәкилдәре лә тулыландырҙы.
Көмөш ирекмәндәр уҡыусылар менән бергә әүҙем тормош алып барырға, изгелек орлоҡтары сәсергә ниәтләй. Өлкәндәр әйтеүенсә, берҙәмлек булғанда һөҙөмтәләр ҙә күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Тормош тәжрибәһе булғандарҙың йәштәргә еткерер кәңәштәре, уртаҡлашыр фекерҙәре бар. Ә уҡыусылар өлкәндәрҙе заманса фекерләргә, яңы технологияларға өйрәтәсәк.
Саҡмағош ирекмәндәренең берләшеү көнө үк файҙалы ваҡиғаларға бай булды, улар ауыл тарихы буйынса материалдар әҙерләне, ҡул эштәре менән шөғөлләнде. Ирекмәнлек - ул күңел торошо, был хәрәкәткә һәр кем ҡушыла ала, ти Рапаттар.
Читайте нас: