Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2020, 11:00

Ағас урлап тотолғандар

Башҡортостанда “Лесовоз” оператив-профилактика операцияһы дауам итә. 27 ғинуарҙа старт алған сараға ярашлы, республиканың Урман хужалығы министрлығы Төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекциялары менән берлектә рейдтарға сыға.

Әле ошондай 200-гә яҡын сара ойошторолған. Уларҙа бөтәһе 3678,8 кубометр ағас һәм төҙөлөш материалы ташыған 291 транспорт сараһы тикшерелгән, шул иҫәптән алты автомобиль бөтәһе 56,8 кубометр йөк менән ҡулға алынған. Рейдтар уҙғарыу ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу буйынса 11 осраҡты асыҡлауға булышлыҡ иткән. 45,491 кубометр ағасты урлауға бәйле хәл буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатылған. “Ҡара урмансылар” был эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә дәүләткә 341 мең һумдан ашыу зыян килтергән.

Бынан тыш, рейдтар ваҡытында 18 административ тәртип боҙоу осрағы асыҡланған. Улар ағасты ташыуға документтарҙы тейешенсә тултырмауға, декларация тапшырмауға йәки ваҡытында күрһәтмәүгә бәйле.

Урманды һаҡлау - дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был саралар Рәсәй Президентының “май” указдары буйынса бойомға ашырылған “Экология” милли проектын үтәү буйынса ойошторолған сараларҙың береһе булып тора.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: