Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2020, 11:00

Йәш ғалимдың асышы

Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты айырыуса йәштәрҙе ғилми асыштар донъяһына ылыҡтырыуҙы, уларҙың фәнни эҙләнеүҙәренә яңы юлдар асыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Кушнаренко районынан йәш ғалим Раушан Әминев ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән эше өсөн бер миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ул яңы төрҙәге Strip-Till культиваторы һәм тупраҡты һыҙатлап эшкәртеү технологияһы уйлап тапҡан. Минераль ашламаларҙы бындай ысул менән индереү уңышты 20-25 процентҡа арттырып, продукцияның үҙҡиммәтен, йәғни сығымдарҙы 35-40 процентҡа кәметәсәк, ти йәш ғалим.
Яңы ҡорамал ярҙамында гранулланған йәки шыйыҡ төрҙәге ашламаларҙы ҡатламлап индерергә мөмкин. Был осраҡта ерҙең 15-25 см киңлектәге тар һыҙаты ғына эшкәртелә. Культиваторҙың яңы техник мөмкинлектәре ашламаларҙың тупраҡҡа тәьҫирен кәметәсәк, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарын, ашламаның үҙен дә һаҡсыл ҡулланырға булышлыҡ итәсәк, ти Раушан Әминев.
Бындай культиваторҙарҙың сит илдә сығарылғаны биш миллион һум самаһы тора, ә Башҡортостан уйлап табыусыһыныҡын эшләү яҡынса 500 мең һумға төшәсәк. Уның тәүге өлгөһө Кушнаренко баҫыуҙарында һынауҙы уңышлы үткән.
Йәш ғалим үҙ асышын патент менән раҫлаған. Әлеге моделды етештереү менән Дүртөйлө ремонт-техника предприятиеһы һәм Силәбе компрессор заводы ҡыҙыҡһынған.
– Әлеге грантты фәнни асышымды артабан да үҫтереү, кәрәкле материалдар һатып алыу, яңы тәжрибәләр үткәреү өсөн тотонасаҡмын, – ти ғалим.
Читайте нас: