Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2020, 11:00

Сараның үҙәгендә булырға теләһәң!

IV Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл Башҡортостанда үтәсәк. Унда ирекмән булып ҡатнашырға теләгәндәр өсөн шәп яңылыҡ бар.

27 февралдә сәғәт 4-тә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тамаша залында (Октябрь революцияһы урамы, 3а) Бөтә донъя фольклориадаһы ойоштороусылары беренсе тапҡыр ирекмәндәр менән осрашасаҡ.
Сараға теләгән һәр кемдең килеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинселеге бар.
Бөтә донъя фольклориадаһына ирекмән рәүешендә ҡушылырға теләгәндәр ошо һылтанма аша теркәлеү үтергә тейештәр: https://forms.gle/vMqPxPGqA7yzPbAcA
Читайте нас: