Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында үткәрелгән митингта район үҙәгендәге ойошмалар һәм учреждениелар вәкилдәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Улар алдында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә.С.Байсурин сығыш яһаны.