Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2020, 12:55

Фольклориада–2020

Ҡунаҡтар Әбйәлил районына ла киләсәк

Фольклориада–2020 ҡунаҡтарының Әбйәлил районына ла киләсәге тураһында бәлки ишеткәнһегеҙҙер. Уҙған шәмбе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары А. Г. Назаров эш сәфәре менән Әбйәлилгә килгәнендә был тема буйынса ла һөйләшеү булған. Андрей Геннадьевич VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итәсәк майҙансыҡтарҙы ҡараған.
20–27 июлдә Көнсығыш фестиваль округында сығыш яһаясаҡ сит ил ҡунаҡтарын Әбйәлил 22 июль ҡабул итәсәк, – тип белдергән республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Фольклориадаға әҙерлек һәм үткәреү буйынса дирекция етәксеһе Артур Әлибаков. – Бөтәһе ун илдән – Албания, Гватемала, Германия, Ҡырғыҙстан, Латвия, Парагвай, АҠШ, Таиланд, Черногрия, Эквадорҙан 309 кеше киләсәк. Ҡунаҡтарҙың йәшәү, туҡланыу урындары билдәләнгән. Улар «Березка» ял йортона урынлашасаҡ, район үҙәгендәге «Умарта» ашханаһында туҡланасаҡ. Фестивалде уҙғарыу урыны итеп үҙәк майҙандағы сәхнә һайланған. Тамашаның район үҙәгенең эсендә үтеүе бик күп тамашасыларҙы йәлеп итәсәге менән дә уңайлы буласаҡ. Көн яуын йәки ныҡ һалҡын булһа, ҡунаҡтарҙың йылы яҡтарҙан килеүен иҫәпкә алып, сараны район мәҙәниәт һарайына күсереү күҙаллана.
Ҡыҫҡаһы, быйыл йәй әбйәлилдәрҙе сағыу тамаша көтә. Ябай халыҡ Юбилей урамынан башланғыс алып Ленин урамы буйлап үҙәк майҙанға тиклем уҙасаҡ костюмдар парадына, сара урынында ҡунаҡтарҙың сығыштарынан торған концерт программаһына, оҫталар һәм кәсепселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһенә һәм музыка ҡоралдары йәрминкәһенә тамаша һәм сауҙа ҡыла аласаҡ.
Читайте нас: