Төп докладтар менән Башҡортостандың дәүләт идараһының цифрлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников сығыш яһаны. Ултырышта билдәләүҙәренсә, тармаҡты цифрлаштырыу саҡ башланып тора, был мәсьәлә буйынса һорауҙар күп, тимәк, ресурс менән тәьмин итеүселәрҙән, идара итеү компанияларынан һәм ҡулланыусыларҙан яңы ысулды эҙмә-эҙлекле өйрәнеү һәм үҙләштереү талап ителә.