Ауыл уттары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2020, 19:10

Көтөүселеккә кандидат кәрәк

Хикмәте – хәрефтәКлубҡа көтөү көтөргә кандидатураларын күрһәтеүселәр күрешергә килде. Кәмит күрһәтәләрҙер – кешенең күплеге! Кәбәковтар – күк күҙ Коляндарын, Килсенбайҙар – күптән караптан киткән капитан Кәбирҙе, күршеләре – кәңгер-көңгөр көн күргән Кәлиҙе күрһәттеләр. Конкуренттар күп, килгән кандидаттарҙың кемеһе лә көслө, көтөүселеккә көрәш көсөргәнешле күренә!

Колян: “Короваларҙы “кәпейкә”гә көтәм, көҙгөһөн күмәртәләй килтерерһегеҙ. Кис көтөү көтөп күшекмәҫһегеҙ – “крыша” килтерттерәм”.
Капитан киҫәге Кәбир, карабинын күрһәтеңкерәп, кәперенеп: “Көтөүҙе күгүләндә, күләгәлә көтөрмөн, көтөүлеккә конокрадтарҙы килтермәйәсәкмен, көйөштәрен көйшәгәнсе көйлө кино күрһәтермен”, – күрәләтә күкрәген кирҙе.
Кәли: “Көтөүегеҙҙе көтһәм, күрерһегеҙ, көн дә кис күнәгегеҙҙе көскә күтәрерһегеҙ, керемегеҙ күбәйер!”
Кешеләр, көнбағыш кимерә-кимерә, кемуҙарҙан кандидаттарҙың күренгән кәмселектәрен күрһәтергә кереште: “Колянды күрһәтһәң – кирәктән килгән кеше, көтөүенә – кәпейкә, крышаһына – кәпейкә... Китәле-кит, кәпейкәне кәшүлегебеҙҙә күрмәйбеҙ. Кәбирсе? Көтөүҙә кино күрһәтеп килештермәксе. Киноны кемебеҙ күрһәтмәй – күмәгебеҙ ҙә “киноартистар”. Кәбир конокрадтарҙы килтермәҫкә кәперенә. Килһә, Кирәмәттән киләме? Конокрад – кемебеҙҙер, кемебеҙҙең күршеһелер, күршеһенең кейәүелер? Кәбирен килтереп карабинынан көпөлдәтер ҙә күрмәгәнеңде күрһәтер, кәрә-ә-ә-к-мәй! Кәүек кенә күренһә лә, клубта Кәлиҙән дә килешле кандидат күренмәй!”
Күндек – көтөүселеккә Кәлиҙе күрһәттек.
Кис клубтыҡылар килештереп концерт күрһәттеләр, күңел күтәрелеп, кәйефләнеп киттек: күрмәгәнебеҙ кандидатмы ла, көтмәгәнебеҙ көтөүме? Көйәләнмәйексе!
Кәнишне, көтөүҙе Кәлимулла кейәү көтмәй, кәләше Кәтибәгә кәрәкле консультацияны күрһәтә лә, көн дә көтөүселәр комитетының кәңәшмәһенә, конюхтар конкурсына китә, көтөүен кешә көтә. Кисә көтөү көтөргә, калушы кәшкәңләп, Кәбирә килен китте... Короче, көтөүселеккә киренән кандидаттар күрһәтергә кәрәк!
Көләсбикә Килешкәнова.
(Айһылыу Байбаҡтина. Йылайыр ауылы.)
Читайте нас: