Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2020, 17:55

Мѳһим сәйәси сараға әҙерлек башланды

Мәғлүм булыуынса, 22 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә тауыш бирәсәкбеҙ. Әле илдә мѳһим сәйәси сараға әҙерлек башланды ла инде.

Рәсәй Хѳкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин был сараға әҙерлек буйынса министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тәҡдимдәр исемлегенә ҡул ҡуйҙы.
Аныҡлап әйткәндә, улар үҙҙәренең вәкәләттәренән сығып, Үҙәк һайлау комиссияһына граждандар исемлеген тѳҙѳү һәм асыҡлау ѳсѳн мәғлүмәт бирергә тейеш. Эске эштәр министрлығы яңы адрес буйынса теркәлгән граждандарҙың элекке йәшәгән урындарындағы иҫәптән ѳс кѳн эсендә тѳшѳрѳргә тейеш. Федераль башҡарма власть органдары һайлау комиссияларына граждандарға тауыш биреүгә әҙерлек һәм уҙғарыу тураһында мәғлүмәт таратыуҙа булышлыҡ итәсәк. Ошондай уҡ тәҡдим “Һаҡлыҡ банкы”, “ВТБ”, “Рәсәй почтаһы”, “Аэрофлот” кеүек банктарға һәм баш ҡаланың метрополитенына ошондай уҡ тәҡдим ебәрелгән.
Тѳбәк властарына тауыш биреү ѳсѳн бушлай бина һәм барыуы ауыр булған райондарҙа, участоктан ситтәгеләр ѳсѳн транспорт менән бушлай тәьмин итеү ҡушылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы Мѳрәжәғәтнамәһендә илдең тѳп документына үҙгәрештәр индереү кәрәклеген билдәләгәйне. Ошо айҡанлы әле Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса етди эш алып барыла.
Фото: ria.ru
Рәмилә Мусина, «Башҡортостан” гәзите.
Читайте нас: