Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2020, 18:39

ҠАМЫРҺЫҘ КӘБЕҪТӘ БӘЛЕШЕ БИК ТӘМЛЕ!

Бына нисек әҙерләргә уны...

Был бәлеште эҫе йәки һалҡын килеш тә бик тәмле. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:- бер кәбеҫтә;- 700-800 гр тарттырылған ит (ниндәй булһа ла ярай);- бешкән дөгө ярмаһы (сей килеш 150 гр самаһы);- 100 гр ҡаты сыр;- ҙур булмаған 1 кишерБыл бәлеште эҫе йәки һалҡын килеш тә бик тәмле. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:- 1 баш һуған- 3-4 теш һарымһаҡ- бер аҙ укроп- 200 гр томат соусы- 3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ Тәүҙә тоҙло һыуҙа дөгө ярмаһын бешереп алабыҙ. Кәбеҫтәне эҫе һыуҙа бешкәкләйбеҙ. Уны шулай уҡ япраҡтарын ысҡындырып, полиэтилен моҡсайға һалып бәйләргә һәм микротулҡынлы мейескә 10-15 минутҡа тығып алырға ла мөмкин.Тарттырылған итте бер аҙ май һәм тоҙ һибеп, табала еңелсә ҡыҙҙырып алабыҙ. Ләкин уны бешкәнсе тоторға ярамай. Бер аҙ төҫөн үҙгәртһә етә. Әҙер итте икенсе һауытҡа бушатып, шул уҡ табала ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан уны тарттырылған иткә
Читайте нас: