Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2020, 17:20

“Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө! “

“ Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдәБер битеңдә моңһоу ай һаман!Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,Бер күҙеңдән һаман йәш тама…(М.Кәрим)

"Һуғыш!..” тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй була. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙар күҙ алдынан үтә. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы, күпме сабыйҙы етем ҡалдырҙы, бәхетен селпәрәмә килтерҙе был һуғыш!.. Быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмай…1941 йылдың 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайынса беҙҙең илгә һөжүм итә. Фашистик Германия менән Адольф Гитлер идара иткән була. Улар Советтар Союзын баҫып алыр өсөн “Барбаросс”планы төҙөйҙәр, йәғни беҙҙең илебеҙҙе 2 ай эсендә баҫып алып илебеҙҙең бөтә байлыҡтарына хужа булып, кешеләрҙе ҡол итергә йә үлтереп бөтөргә теләй ул.Тыуған илде һаҡлау , яҡлау өсөн бөтә халыҡ күтәрелә. Фронтҡа йәштәр ҙә, ололар ҙа китә. Көн һайын эшелондар фронтҡа кешеләр – һалдаттар алып китә , ә ул ваҡытта һуғыштың 4 йылға һуҙылырын бер кем дә белмәгән әле. Бөтә ерҙә “Священная война” тигән йыр йырлатылған. Ул йыр радионан да ишетелгән, урамдарҙа йөрөгән, һуғышҡа киткән кешеләр ҙә шул йырҙы йырлаған.Фашистар иң тәүҙә ил сигенә һөжүм итә. Брест крепосын фашистар айҙан ашыу утҡа тоталар. Дошман шул тиклем көслө, шул тиклем күп була, әммә герой- пограничниктар һуңғы патронғаса, гранатағаса , хәлдәре бөткәнгә тиклем ҡаршы һуғышалар. Ошо ваҡиға ғына совет кешеләренең ниндәй патриоттар икәне, көслө рухлы икәнен күрһәтеп тора.Һуғыштың тәүге айҙары.Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең Армия сигенергә мәжбүр була. Сөнки беҙҙең илебеҙ һуғышҡа әҙер булмай. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙекеләр 3500 самолет, 6000 танкы, 20000 миномет, күп һалдаттарын юғалта.Мәскәү эргәһендә һуғыш. Гитлер “Мәскәүҙе алһам – совет халҡын еңәм!” тигән. Мәскәүҙе баҫып алыу планын гитлеровсылар “ Тайфун” тип исемләгән. Әммә , ҡыуанысҡа ҡаршы, Гитлерҙың был планы тормошҡа ашмай.Ленинград блокадаһы. 1941 йылдың 8 сентябрендә немецтар Ленинградты блокадаға ала. Был блокада 900 көн һәм төн дауам итә. Бындай иң ҡурҡыныс, иң ҡот осҡос блокада бөтә донъяла бер ваҡытта ла булғаны юҡ.Смоленск эргәһендәге һуғыш – ҡурҡыныс алыштарҙың береһе. Иң яҡшы 4 дивизияға “Гвардейские” исеме бирелә.Сталинград алышы.Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ алыш ул. Бер туҡтауһыҙ янғын, өҙлөкһөҙ пушка, орудиеларҙың тауышы аҫтында һәр бер өй, йорт, һәр бер метр өсөн совет һалдаттары 200 көн буйына һуғыша. Һәм – беҙҙекеләр- Совет һалдаттары еңә!Курск һуғышы. Курск һуғышы – 50 көн дауам иткән. Ҡаты һуғыш ерҙә лә, һауа ла барған. 12 июлдә Прохоровка эргәһендә 2 - се донъя һуғышының иң билдәле танкылар алышы була. Был һуғышта ла совет танкистары еңә.Тылда. Еңеү өсөн көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла барған.Меңләгән кеше заводтарҙа,колхоз баҫыуҙарында, цехтарҙа көнө – төнө эшләгән. Был ауыр эштәр балалар, ҡатын- ҡыҙҙар, әбей- бабайҙар елкәһенә төшә. “ Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтәһе еңеү өсөн!” тигән лозунг аҫтында эшләгәндәр улар. Балалар өлкәндәрҙең нормаһына еткереп эшләргә тырышҡандар. Тылдағы кешеләр асыҡһа-асыҡҡан, кейенмәһә кейенмәгән, әммә бөтә нәмәне фронтҡа оҙатҡан.Берлин өсөн һуғыш. Совет һалдаттары алдында иң төп бурыс фашистик Германияның баш ҡалаһын Берлинды алыу торған.Фашистар ҡаршылыҡ күрһәтһәләр ҙә 1945 йылдың 1 майында рейхстагҡа Еңеү байрағы ҡуйыла. 8 майҙың кисендә фашистик Германияның еңелеүе тураһында актҡа ҡул ҡуйыла. Ә 9 май көнө бөтөн донъяға Советтар союзының фашистик Германияны еңеүе тураһында хәбәр ителә!
Читайте нас: