Бөгөн ҡотлаған кеше лә юҡ, телефон да, ватсап та шымып ҡалды. Сәскәләр, бүләктәр, тәмлекәстәр ҙә бирмәйҙәр. “Һинең көнөң 8 март!” тигән ир-ат та тыныс һулап ҡуйғандыр.
Ә Өфөлә бик ҡыҙыҡлы нәфис акция ойошторғайны. Ул “Ҡәҙерлем, һин хаҡлы!” тип аталды. Кешеләр урам буйына “Һинең менән етенсе ҡатта”, “Һәр иргә – эш, һәр ҡатынға - ир”, “Ҡәҙерлем, мин сүп-сарҙы сығарып ташланым” һәм башҡа плакаттар тотоп сыҡты. Уларҙың бөтәһе лә ҡулдан яҙылған һәм биҙәлгәйне.
Әйткәндәй, был нәфис акцияла ир-ат ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнашты. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙа булды. Сара һуңында гүзәл затҡа сәскәләр бүләк иттеләр, тип хәбәр итә bash.news сайты. Ошондай уҡ акциялар илдең башҡа ҡалаларында ла үткән.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Күп ирҙәр ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтен, хөрмәтен һәм иғтибарын тик Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә генә белдерә. Ҡайһы берәүҙәр башҡа көндәрҙә яндарындағы ышаныслы юлдашын онотоусан. Көн һайын 8 март булһын ине лә бит. Тәмле нәмә күп булмай шул...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева