Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2020, 11:04

Һөйгәнен ҡыуандырам тип...

Үәт, әй...

8 Март гөрләп үтеп китте. Байрамда ир-ат ҡәҙерлеләрен үҙенсәлекле итеп ҡотларға тырышты: кемдер эше менән, кемдер оригиналь бүләк биреп, кемдер матур гөлләмәләр алып..
Ә бына Туймазы районының 43 йәшлек кешеһе был көндә сәскә магазинын таларға уйлаған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Пистолетҡа оҡшаған тимер тоҡандырғыс тотоп Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы кибеткә барып инә ул. Һатыусыларҙы ҡурҡытып аҡса таптыра, береһен хатта сәсенән һөйрәп иҙәнгә ятырға мәжбүр итә. Әммә шул мәлдә магазинға 56 йәшлек ир килеп керә һәм енәйәтсегә ташлана, ҡоралын тартып ала - уныһы ысын түгел, бары тәмәке тоҡандырғыс ҡына булып сыға. Күп тә үтмәй, һаҡсылар килеп тәртип боҙоусыны полиция ҡулына тапшыра.
Әйткәндәй, ир алдан да хөкөм ителгән икән. Ғәйебен тулыһынса таныған, алдан аҡсаһын эсеп бөткәнлектән, бүләк ала алмауын әйткән. Ә һөйөклө ҡатынын бик тә ҡыуандырғыһы килгән. Хәҙер уға был ҡылығы өсөн йәнә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк, тик һөйгәне был эшкә бер ҙә шатланмаҫ шул...
Ә һатыусы ҡыҙҙарҙы бәләнән ҡотҡарған 56 йәшлек ир ҙур ғына ташлама менән гөлләмә һатып алған.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: