Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2020, 11:10

Ҡыҙыҡлы факттар

Ҡыҙыҡ икән ул...

1.Интеллект атай кешенән ир балаға тапшырылмай. Йәғни, әгәр ҙә гений икәнһегеҙ, улығыҙға һеҙҙең гендар теүәл 100 процент тапшырылмаясаҡ.
2. Ахмаҡлыҡ та атайҙан ир балаға күсмәй. Шуға ла үҙегеҙ миңрәүлектән яфаланған осраҡта ла улығыҙ һеҙҙең һымаҡ булмаясаҡ (был йәһәттән һеҙҙе ҡотларға ла мөмкин).
3. Атайҙың интеллекты ҡыҙына ғына күсә ала. Һәм уныһы ла яртылаш ҡына.
4. Ир-атҡа интеллект әсәһенән генә күсә. Ә әсәһе, үҙ сиратында уны атаһынан ҡабул итеп алған.
5. Генийҙарҙың ҡыҙҙары аталарына ҡарағанда яртылаш аҡыллы булыр, әммә уларҙан гений улдар тыуыр. Әгәр ҙә атай кешеләр аңһыҙ икән, ҡыҙҙары аталарына ҡарағанда яртылаш аңһыҙ булыр.
6. Шуға ла 100 процент ахмаҡ ҡатындар булмаған кеүек, гениаль ҡатындар ҙа юҡ тиерлек. Уның ҡарауы, ир-ат генийҙар һәм ир-ат ахмаҡтар күп. Уңышһыҙ, эскесе ирҙәрҙең күплеген ошоноң менән аңлатырға була. Шулай уҡ Нобель премияһы лауреаттарының барыһы ла тиерлек ир-аттар.
Ир-ат өсөн һығымталар:
1. Улыңдың аҡыл һәләтен күҙаллау өсөн ҡатыныңдың атаһына ҡара. Әгәр ҙә ул академик икән, улың да аҡыл эйәһе булыр.
2. Ҡыҙың яртылаш һинең аҡылыңды ҡабул итер. Шул иҫәптән ахмаҡлығыңды ла. Интеллект йәһәтенән ул һиңә яҡыныраҡ булыр. Уның улы иһә һинең барлыҡ аҡыл һәләтеңде ҡабул итер. Аҡыллы нәҫел ҡалдырырға теләһәң, ҡыҙ бала хаҡында хыяллан.
3. Аҡыл һәләтең әсәйеңдән. Дөрөҫөрәге, әсәйеңдең атаһынан.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн һығымталар:
1. Аҡыл йәһәтенән улың – атайыңдың күсермәһе, шуға ла уны, һин дә атайың кеүек ахмаҡ, тип әрләү урынһыҙ.
2. Ҡыҙың тәрбиә йәһәтенән һиңә оҡшар, ә аҡылы буйынса – атаһына. Уның улдары иһә аҡыл йәһәтенән һеҙҙең ирегеҙҙең күсермәһе булыр.
Гульшат Кагарманова
Читайте нас: