Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 11:46

42 йәшлек ирҙең юғалыуы тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне

Ул бөгөн табылған, тик.

15 мартта Краснокама районындағы Ағиҙел йылғаһы буйында 42 йәшлек ирҙең юғалыуы тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне.
Дуҫтары менән Пермь крайынан балыҡ тоторға тип килгән ирҙең ғүмере өҙөлгән. “Кисә һәм бөгөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте вәкилдәре эҙләүгә йәлеп ителде”, – тип хәбәр иткәндәр дәүләт комитетында. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Йылға-күлдәргә балыҡ ҡармаҡларға барғанда, ғөмүмән, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер бит...

Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: