Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 11:59

Ә бит ул мульча өсөн иң яҡшы материал!

Үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлайбыҙ


Һәр кемдең йортонда байтаҡ макулатура йыйылып китә. Күптәр уны сүплеккә ташлай йә яндыра. Ә бит ул мульча (мульча- сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн тупраҡҡа йәйелә торған материал) өсөн иң яҡшы материал! Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ!
Ҡағыҙ мульчаһын ҡурай еләге аҫтына һалығыҙ һәм бай уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ. Ул шулай уҡ ҡуҙаҡлы культураларға ныҡ килешә. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ. Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3-4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: