Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2020, 11:00

Баҡса яратыусыларҙың тәҙрәләрендә борос, баклажандар, сәскә үҫентеләре үҫеп киләлер.

Бер нисә ашлама әҙерләү ысулдары менән танышып үтегеҙ. Былар беренсенән тәбиғи, икенсенән бик файҙалы тип әйтергә була.

Һуған ҡабығы төнәтмәһе
Был помидорҙарҙы ашлау өсөн иң яҡшы ашлама булып тора
5 литр һыуға 200 г. һуған ҡабығын 3-4 тәүлек төнәтеп һөҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан ашламаны үҫемлектәргә һибәбеҙ. Микроэлементтарҙан тыш, әлеге төнәтмә бик яҡшы антисептик та.
Төнәтмәне башҡаса ысул менән яһарға була: 1 стакан һуған ҡабығына 2 стакан һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарабыҙ, ике тәүлек төнәтеп, һөҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 10 стакан һыу ҡушабыҙ. Был ашламаны аҙнаға бер һибергә мөмкин.
Тупраҡта әгәр ҙә, ыуаҡ себен күренһә, һуған ҡабығы төнәтмәһенә әҙерәк шыйыҡ һабын ҡушырға була.
Картуф бешкән һыу
Рассада яҡшыраҡ үҫһен өсөн, бер аҙнаға бер тапҡыр картуф бешерелгән һыу менән ашлап ҡарағыҙ. Әммә уның һыуында тоҙ, йә булмаһа икенсе төрлө тәмләткестәр булырға тейеш түгел. Картуф урынына картуфтың ҡабығын бешерергә лә була. Был һыуҙарға әҙерәк йод ҡушырға ла мөмкин.
Йомортҡа ҡабығы
3 литр һыуға 3-4 йомортҡаның ҡабығын һалып, бер тәүлек төнәтәбеҙ. Әлеге ашламала үҫемлектәр өсөн кәрәкле микроэлементтар бар.
Утын көлө
Үҫемлектәр насар үҫһә, тупраҡтың әселеге күп тигән һүз. Утын көлө тупраҡтың әселеген кәметә, калийға байыта. Ашлама яһау өсөн: 2 литр һыуға 5 аш ҡалағы утын көлө ҡушып, 1 тәүлек төнәтәбеҙ һәм үҫемлектәргә һибәбез.
Йод
Үҫемлектәр яҡшыраҡ үҫһен, тупраҡтағы сирҙәр кәмеһен өсөн, 10 литр һыуға 100 тамсы йод тамыҙып һибәләр.
Читайте нас: