Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2020, 16:42

Руль артында һөйләшәһең икән, тимәк...

Эйе, эйе транспортта телефон менән һөйләшкән кеше камераға эләгә икән, тимәк акса түләй.

“Коммерсантъ” хәбәр итеүенсә, ЮХХДИ машина йөрөтөүсенең кеҫә телефонынан һөйләшеп барыуын йәки смс-хәбәр уҡыуын-яҙыуын күрә алырҙай камераларҙы файҙаланыуҙы планлаштыра. Рәсәй ЮХХДИ етәксеһе урынбаҫары Александр Быков һүҙҙәренә ҡарағанда, уйлап табылған программа әлегә бындай осраҡтарҙы ни дәрәжәлә теүәл итеп күрһәтеү-күрһәтмәүгә һынау үтә. Камераларҙы башта Мәскәүҙә ҡулланып ҡарарға, шунан һуң ғына төбәктәргә ебәрергә уйлайҙар. Улар машина йөрөтөүсенең телефон тотоп ултырыу-ултырмауын ғына түгел, бәлки,“ҡайыш эләктереү-эләктермәүен”дә күрһәтәсәк.
Шулай итеп, рулдә килеш телефондан һөйләшеп барған осраҡта машина йөрөтөүсегә штраф киләсәк. Телефондан һөйләшеүсе машина хужаһы булмаған осраҡта, ул был штрафҡа ҡарата ялыу белдерә аласаҡ.
Һүҙ уңайынан Рәсәйҙә рулдә барғанда махсус “ҡолаҡсын"һыҙ телефондан һөйләшеүҙе тыйыуҙың инде 2001 йылдан ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрәйек. 2013 йылдан бының өсөн штраф күләме 1,5 мең һум тәшкил итеүен дә әйтеп үтәйек.
Читайте нас: