Ауыл уттары
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 12:46

Тәбиғәт шифаханаһы

Быйыл яҙ иртәләне, шуға күрә ағастарҙың һуты ла иртәрәк "уянасаҡ". Файҙалы, шифалы ҡайын һуты йыйыр мәлде үткәреп ебәрмәгеҙ, әммә уны дөрөҫ итеп алыуҙың ҡағиҙәләрен дә белегеҙ, бер үк ҡайындарға хилафлыҡ килтермәгеҙ.

Ҡайын һутының составы бик бай. Унда эфир майҙары, витаминдар, тиҫтәләгән органик кислота бар. Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Шифалы һыу организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалған иң шәп әмәлдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта.
Күреүегеҙсә, бер стакан ҡайын һыуында күпме хикмәт, шифа бар! Интеллектҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай – мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә “тиҙ ярҙам” ролен үтәй. Ҡан баҫымын да тигеҙләй.
Ҡайын һыуын йыйыр өсөн ағасты бер урындан ике-өс сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин.
Тишек яһау өсөн бырауҙан да яҡшыраҡ әйбер юҡ. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Берүк балта ҡулланмағыҙ. Был осраҡта яраны ҡаплау һөҙөмтә бирмәйәсәк.
Тәбиғәтебеҙгә рәхмәтле, мәрхәмәтле булайыҡ, уның ниғмәттәрен шифа өсөн генә сама белеп ҡулланайыҡ!
(“Башҡортостан” гәзитенән).
Читайте нас: