Ауыл уттары
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 00:40

КОНСТИТУЦИЯЛАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР ХАҠЫНДА

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Конституцияға индереләсәк социаль өҫтәлмәләр араһында ил халҡының 95 проценты медицина хеҙмәтенең сифатын билдәләй.

Шулай уҡ граждандарҙың 94 проценты, балалар - дәүләттең иң ҙур ҡаҙанышы тигән бүлек менән килеште. Унан һуң тәбиғәтте һәм тәбиғи төрлөлөктө һаҡлау, йыл һайын мотлаҡ пенсия аҡсаһын индексациялау тураһындағы үҙгәрештәрҙе лә хупланы. Өҫтәлмәләр буйынса биш өҫтөнлөклө йүнәлешкә бәләкәй эш хаҡын йәшәү минимумынан да кәм ҡуймаҫҡа, тигән пункт менән дә килешелде.
Рәсәйҙең суверенитетын һаҡлау өлкәһендә илдең тулылығы һәм дәүләттең берҙәмлеге ҙур роль уйнай. Был бүлек менән респонденттарҙың 88 проценты ризалашты. Ил халҡы өсөн халыҡ-ара кимәлдә тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте һаҡлаусы дәүләт булараҡ Рәсәйҙең статусын үҙгәртеү ҙә мөһим. Шулай уҡ чиновниктарға ике гражданлыҡ алыу, сит илдә аҡса һаҡлау, ошондай уҡ талаптарҙы судьяларға ҡарата ҡабул итеүҙе лә дөрөҫ тип иҫәпләй.
Рәсәй Конституцияһын халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларҙан юғарыраҡ итеп таныуҙы тауыш биреүселәрҙең 74 проценты хуплай. Ә 64 проценты Президенттың киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашыу буйынса сикләүҙәрен алып ташлауға тауыш бирер ине. Шулай уҡ кешеләр властың берҙәм системаһын төҙөүгә, Дәүләт Думаһы, Федерация Советының вәкәләттәрен арттырыуға ла ҡаршы түгел. Рус теленең статусы хакында - 89, тарихи дөрөҫлөк өсөн - 88, Рәсәй мәҙәниәте күп милләтле, уникаль халыҡ мираҫы тигәнгә - 86, ғаилә институтын яҡлауҙы -83, бөтә халыҡтарҙың үҙенсәлеген дәүләт кимәлендә һаҡлауҙы - тауыш биреүселәрҙең 79 проценты яҡлап сыҡты.
Читайте нас: