Бәйге туғыҙ социаль йүнәлеш буйынса алып барылды. Еңеүселәр исемлегендә – республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған 52 ойошмаһы. “Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙың айырым категорияларын яҡлау”, “Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош, физик культура һәм спортты пропагандалау”, “Фән, белем биреү һәм мәғариф”, “Милләт-ара һәм дини-ара килешеүҙе нығытыу”, “Граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институтына ярҙам итеү” йүнәлештәре буйынса тәҡдим ителгән проекттар иң ҡыҙыҡлылар рәтендә билдәләнде. Әйткәндәй, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, шулай уҡ Асҡын, Борай, Бөрйән, Ғафури, Краснокама, Мәләүез, Стәрлебаш, Туймазы, Яңауыл райондары үҙенсәлекле проекттар тәҡдим иткән.
– Еңеүсе ойошмаларҙан ҡабул ителгән проекттар араһында бығаса таныш булғандары ла, шул уҡ ваҡытта яңылары ла бар, – тип һөйләй Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фондының генераль директоры Люциә Юлыева. – Эш барышында һәр проектҡа булышлыҡ итәсәкбеҙ һәм фондтың социаль селтәрендә лә, киң мәғлүмәт сараларында ла уларҙы яҡтыртасаҡбыҙ. Иң мөһиме, халыҡ коммерияға ҡарамаған ойошмалар аша мөһим проблемаларҙың хәл ителешен тойһон.