Ауыл уттары
+2 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Мая 2020, 11:35

Ураҙа байрамы онлайн үткәреләсәк

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы Пасханы билдәләгән кеүек ойоштороласағын әйтте. Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Пасханы билдәләгән ваҡытта режим үтәлмәгән, күмәкләп ғибәҙәт ҡылған урындарҙа коронавирус таралыуы осраҡтары булыуын әйтте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иҫәпләнә.
Читайте нас