Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2020, 23:50

Тәлғәт хәҙрәт ТАЖЕТДИН, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесенең етеп килгән Ураҙа байрамы менән ҡотлауы

Тәлғәт хәҙрәт ТАЖЕТДИН, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе:“Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Рамаҙан – оло ҡыуаныс айы. Ләкин быйыл беренсе тапҡыр уны ауыр шарттарҙа үткәрҙек. Илебеҙгә, бөтә донъяға ҙур бәлә килде. Шуға күрә мәсеттәребеҙҙә тәүәрих, йома намаҙҙарын уҡый алманыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатмарлы хәл әле лә бөтмәне. Илебеҙ яңы сир менән көрәшеү өсөн бик күп эш алып бара. Шуға күрә быйыл Ғәйет намаҙын ҙур йәмәғәт йыймай ғына, имамдар, мәсеттә хеҙмәт итеүселәр менән генә үткәрәбеҙ. Беренсе канал буйынса бөтә илгә, БЮТ каналы аша тотош республикаға Ғәйет намаҙы күрһәтеләсәк.
Барығыҙ ҙа Ураҙа байрамын өйөгөҙҙә ҡаршылап, телевизор аша дөйөм Ғәйет намаҙына ҡушылығыҙ. Ауырыуҙар үтеп, киләсәктә изге Рамаҙаныбыҙҙы шатлыҡ-ҡыуаныста, берҙәмлектә генә ҡаршыларға насип булһын!”
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: