Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 00:15

Рамаҙан - оло ҡыуаныс айы!

Рамаҙан – һәр мосолман өсөн иң изге ай. Күптәр Рамаҙан айын ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Тик был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш. Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткән­дәр­ҙең гонаһтары янғандай юҡҡа сыға.Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе.

Тимәк, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем ураҙа тоторға тейеш. Әлбиттә, күптәр: «Ураҙаның мәғәнәһе нимәлә икән һуң, ашамай тороуыбыҙҙан Хоҙай Тәғәләгә ни файҙа?» – тигән һорау бирер. Хоҙай Тәғәләнең беҙҙең ашау йәки ашамауға мохтажлығы юҡ. Ғөмүмән, Ул бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, ураҙа беҙгә генә кәрәк. Шуны ғына беләйек – Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе файҙалы эштәр башҡарырға саҡырыр, насарлыҡтарҙан алыҫ торорға ҡушыр. Тимәк, ураҙа тотоуҙың файҙаһы хаҡында фекер йөрөтөргә кәрәк. Ураҙа тотоу йәшерен бер ғибәҙәт булһа – тағы ла яҡшыраҡ.
Иң тәү сиратта, ураҙа тотоу нәфсене еңергә өйрәтә. Юҡҡа ғына «ураҙа менән шайтанды ла еңеп була» тип әйтмәгәндәр, ә шайтан беҙҙең нәфсене уятыусы дошман бит инде. Ас ҡайғыһын туҡ белмәй – ә көнө буйы ашамай йөрөгән кешенең күңелендә фәҡир­ҙәргә ҡарата йәлләү, аңлау тойғоһо уянасаҡ. Бынан һуң кеше изгелектәрҙе күберәк эшләргә тырышасаҡ, ә был инде уның үҙенә лә ҙур файҙа. Ысынлап та, ураҙаның файҙаһы бик күп, мәҫәлән:
1. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.
2. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Йылмайып ҡына торған кеше тирә-яҡтағылар­ға тик бәхет кенә өләшер.
3. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
4. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ, шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйырһытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк.
5. Ифтарға туғандарыңды, дуҫтарыңды саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ҡеүәтләнер.
Ҡыҫҡаһы, ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай торған ғәмәл.
Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш. Ниндәйҙер сәбәп менән берәй көн ураҙағыҙҙы ҡалдырырға тура килһә, был көн өсөн һуңынан тотоп ҡуйыр­ға мөмкин. Рамаҙан айы матур байрам – Ураҙа ғәйете менән тамамлана.
Читайте нас: