Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2020, 11:05

Пассажирҙарҙы ташыуға талаптар арта

Автобустар, троллейбустар 31 майға тиклем “ГЛОНАСС” йәки “ГЛОНАСС/GPS” спутник навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылырға тейеш.

Ошо ҡағиҙәләр йөк автомобилдәренә лә, хәүефле йөк ташыған транспорт сараларына ла ҡағыла.
Аппаратура, хәүефһеҙлек маҡсатында, машинаның хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәтте Транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә тапшырыу мөмкинлеген тыуҙыра.
Был хаҡта ҡарар 2018 йылдың фев¬ралендә үк ҡабул ителә, әммә былтыр июлдә уны быйылғы майға тиклем туҡтаттылар. Ул саҡта Транспорт ми¬нистр¬лығы транспорт сараларын талаптарға яуап биргән спутник саралары менән тәьмин итеү мөмкинлеге булмауын белдерҙе.
Быйыл апрелдә илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы был мөҙҙәтте 2021 йылдың 31 майына тиклем күсерергә тәҡдим итте. Ваҡытты кисектереү транспорт өлкәһендә мәшғүл булғандарға ауыр осорҙо үткәреүҙе еңелләштерәсәк, тип аңлаталар ведомствола.
Читайте нас: