Юл-транспорт фажиғәһендә, ҡыҙғанысҡа күрә, «Хендай Крета» руле артында ултырған ҡатын һәләк булған. Уның ике йәшлек сабыйы тән йәрәхәттәре алған.
Тыныс осорҙа йәшәһәк тә юлдарҙа халыҡ ныҡ ҡырыла. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын донъяла 1,35 миллион кеше һәләк була. Аварияларҙа вафат булыу үлем сәбәбе буйынса 8-се урынды биләй. Тап юл фажиғәһе 5-29 йәштәгеләрҙең төп үлеме сәбәбе лә булып тора.
Берәй илдә авиакатастрофа булып, 200 кеше үлһә, траур иғлан ителә. 200 кешенең бер юлы һәләк булыуы бик күп. Әммә беҙ һәр 5 көн һайын юл фажиғәләрендә шуның сама ватандаштарыбыҙ үлеп тороуын ғәҙәти хәлгә һынайбыҙ. Тимәк, Рәсәйҙә 5 көн һайын бер самолет һәләкәткә юлығып торған кеүек бит. Юлдарҙа кеше үлемен бер нисек тә туҡтатып булмаймы икән ни? Минеңсә, була. Юлдарҙы рәтләп, медицина ярҙамын тиҙәйтеп һәм кешенең аңына өйҙә һәр кемде имен ҡайтып етеүҙәрен көтөүҙәрен һеңдереп...