Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 11:50

Халыҡ дәррәү ҡатнашыр тигән ышаныстабыҙ

Үҙәк һайлау комиссияһы эшкә ныҡлап тотондо

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре, система администраторҙары ҡатнашлығында 1 июлдә уҙасаҡ Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә һәм 13 сентябрҙәге урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауға әҙерлеккә бәйле кәңәшмә уҙғарҙы.

Унда республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлекте яңынан башлауы тураһындағы ҡарарына һәм был мөһим ваҡиғаға әҙерлек эшенең төп этаптарына туҡталды.

Рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов коронавирус пандемияһы шарттарында тауыш биреүҙе ойоштороу саралары, уларҙың тәртибе, ҡағиҙәләре буйынса мәғлүмәт таратыу йүнәлештәренә ныҡлап туҡталды. Комиссия секретары Марина Долматова 13 сентябрҙә уҙасаҡ Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерҙе. Үҙәк һайлау комиссияһы бүлек мөдире – Аппараттың мәғлүмәт үҙәге начальнигы территориаль һайлау комиссияларын Берҙәм мәғлүмәт тапшырыу селтәренә тоташтырыу эше барышы хаҡында һөйләне.

Ғөмүмән, республика Үҙәк һайлау комиссияһы эшкә ныҡлап тотондо, халыҡ мөһим сараларҙа дәррәү ҡатнашыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Читайте нас: