Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 16:55

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Тәбиғәт йоҡонан уяна тип ҡыуанып та өлгөрөп булмай, урман сүп-сар менән тула. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратҡандар, үҙҙәренең арттарынан бер ҙә йыйыштырырға яратмай шул! Интернет селтәрендә бындай күренештәргә битараф булмағандарҙың яҙмаларын, фотоларын йыш күрергә була. Бәғзе берәүҙәргә генә был һаман барып етмәй.

Йылайыр ауылы ирекмәндәре күп уйлап тормаған, тотҡандар ҙа эшләгәндәр. Ә бит кеше артынан урман-ҡырҙарҙы таҙартып йөрөү өсөн уларҙың шәхси ваҡыты китә.
Үҙҙәренең сәхифәһендә ирекмәндәр былай тип яҙа: "Субботник ваҡытында тағы шул бер һорау тыуа: ни өсөн кеше тәбиғәтте сүп-сарға батыра? Ни өсөн тәбиғәт ҡосағында ял иткәндән һуң, арттарынан йыйыштырып китмәйҙәр? Кешеләр! Әйҙәгеҙ, Йылайырҙы яратайыҡ, уның тәбиғәте ҡабатланмаҫ һәм матур".
Ауылға яҡын урман ситтәрен сүп-сарҙан таҙартыу өсөн ирекмәндәр күп көс сарыф итә һәм ундан ашыу тоҡ ҡый йыйып ала. Бының өсөн балаларға, атап әйткәндә, Руслан, Денис, Адель, Илья һәм ирекмәндәр - Арсен, Гүзәл, Илсиәгә ҙур рәхмәт.
Өлкәндәр һәм йәштәр артынан балалар йыйыштырып йөрөргә тейеш түгеллеге көн кеүек асыҡ! Сүп-сар реформаһы кешеләрҙе яңыса йәшәргә өйрәтер тигән йәшерен уй йөрөтә инем... Баҡтиһәң, беҙҙе бер ни менән дә алып булмай. Аяныс!
Читайте нас: