Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 01:45

Балаларыбыҙ өсөн бик яҡшы доғалар

Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ.Йә Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайбыҙ, Һиңә ялбарабыҙ беҙҙең балаларыбыҙҙы үҙеңдең рәхмәтең менән солғап ал!

Йә Раббым! Уларға хәйерле, сәләмәт оҙон ғүмер бир, балаларыбыҙҙы Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙең ҡушҡандарҙы үтәүселәрҙән ит!

Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт һәм көсһөҙҙәренә көс һәм ауырыуҙарына шифа бир! РАББЫМ, уларҙың тәндәрен нығыт, күреүҙәрен, ишетеүҙәрен камил ҡыл, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп тәрбиәлә!

Йә Аллаһым Үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм аҙашып яман юлдарға кереп китеүҙәрҙән һаҡла, уларҙы Үзеңә тоғролоҡло итеп тәрбиәлә!

Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт итеп тыңлай торған ит, атай-әсәйҙәренә ҡарата ҡаты бәғерле, тыңлауһыҙ булмаһындар!

Йә Аллаһым, беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхлаҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит!

Йә Раббым, Һин уларҙы көндөҙ һәм кистәрен тарала торған бар төрлө яуызлыҡтарҙан, яман ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, кемде лә булһа хаҡһыҙға рәнйетеүҙәренән һәм үҙҙәрен дә хаҡһыҙға рәнйетеүҙән, көнсөл кешеләрҙең күҙ ҡарашынан һаҡла, яҡла, Үҙеңдең рәхмәтең менән уратып ал!

Йә Аллаһ, беҙҙең балаларыбыҙҙы бөтөн яҡлап, өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да, арттан да зыян килмәҫлек итеп, яуыз бәндәләрҙең, яуыз хайуандарҙың, тәбиғәт бәлә-ҡазаларының һәм юл һәләкәттәренең зыяны теймәҫлек итеп һаҡлауыңды һорайбыҙ!

Йә Аллаһ, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ һәм күңел шатлығыбыҙ булһа ине!

РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп үҙгәрт, балаларыбыҙ Һине яратыусыларҙан булһындар һәм һине яратыуслырҙы яратһындар!!!!!

Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, һиҙийәт, иман байлығы, үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән һаҡла!

Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре менән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир!

Йә РАББЫМ,балаларыбыҙҙы түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ китерһен!

Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел,тулы иман бир!
Читайте нас: