Ауыл уттары
0 °С
Облачно
Йәмғиәт
13 Июня 2020, 18:05

Һыу ҡорбандары арта...

Кисә һыуҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дим йылғаһында 43 йәшлек ир, Асылыкүлдә 29 йәшлек егет, Ағиҙелдә әлегә кем булыуы билдәһеҙ ир батҡан. Октябрьский ҡалаһы кешеләре күлдә һыу ингәндә батҡан 47 йәшлек ирҙе ҡотҡара алмайҙар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡын һыу объекттарында булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, балаларҙың яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа саҡыра. Йорттарыбыҙға ҡайғы ҡунмаһын өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә, бары уларҙы һанға һуғырға кәрәк.
Читайте нас