Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2020, 01:50

Йомабай Мараҡанов табылған. Әммә...

Һынташ ауылы егете Йомабай Мараҡановты эҙләүҙәр туҡтатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 йәшлек егетте 10 июндән алып эҙләйҙәр ине. Егетте эҙләү менән шөғөлләнгән “Лиза Алерт” ирекмәндәр төркөмө ҡайғылы хәбәр еткерҙе: бөгөн Йомабайҙың үле кәүҙәһе табылған.

Йомабайҙы һуңғы тапҡыр 10 июндә Йылайыр районының Һынташ ауылында күргәндәр. “ГорОбзор” хәбәр итеүенсә, егет дуҫтары менән ағаһының тыуған көнөн билдәләгән һәм күрше ауылға дискотекаға юлланған. Юлда уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Йомабай атаһының машинаһын алып торған була, әммә водитель танытмаһы булмай. “Ул был хәл өсөн бик ҡайғырған. Дуҫтары полицияның эш асасағы тураһында белдереүен хәбәр итте. Беҙ ул ҡурҡып өйгә ҡайтмағандыр, тип уйлайбыҙ”, - тип фекерен белдергәйне егеттең туғаны.
Йомабай атаһы һәм өләсәһе тәрбиәһендә булған. Егеттең үлем сәбәбе әлегә асыҡланмаған, тип хәбәр итә “ГорОбзор”.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас: