Ауыл уттары
+5 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Июня 2020, 20:05

Маньякты тотҡандар

Күп ҡыҙҙарҙың башына еткән маньяк ҡулға алынған. Үкенескә күрә, ул - Башҡортостандан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат ҡалаһынан 34 йәшлек ир Санкт-Петербург ҡалаһында 21 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Уны ҡулға алғандар, енәйәт эше асылған.
Тикшереү барышында көсләүсе ир тураһында ҡот осҡос мәғлүмәттәр билдәле була. Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ир Һамар һәм Владимир өлкәләрендә лә әллә күпме йәш ҡыҙҙың башына еткән. Генотип тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ҡулға алыныусының ДНК-һы Владимир һәм Һамар өлкәләрендә эш иткән маньяктың ДНК-һы менән тап килгән.
Ҡыҙҙарға “ташланыу”ҙан алда енәйәтсенең ваҡ хулиганлыҡ өсөн ҡулға алыныуы, ике тапҡыр Башҡортостандың психиатрия дауаханаһында ятыуы билдәле. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре маньяктың башҡа төбәктәрҙә лә ошондай уҡ енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы булыуын инҡар итмәй.
Һаҡ булығыҙ!
Читайте нас