– Бындай мөһим документ өсөн тыуған еремдә тауыш биреү минең өсөн бик мөһим ине, сөнки был үҙгәрештәр өсөн тауыш биргән саҡта, беҙ илебеҙ һәм республикабыҙ киләсәген билдәләп кенә ҡалмайбыҙ, ә ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ, тыуған йортобоҙ киләсәген дә һайлайбыҙ. Илдең Төп Законына индереләсәк үҙгәрештәр араһында иң мөһиме тип мин ғаилә һәм балалыҡты яҡлау маҡсатында тәҡдим ителгән мөһим социаль гарантияларҙы атар инем, – тине ул.