Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2020, 12:28

Айһылыуҙың аҡ хыялдары

Уҡыуға килгәндә барыһы ла, нисектер, еңел бирелде, бәлки, уҡытыусылар менән һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә булғанғалыр, бәлки, үҙемдең уҡыуға ҡарата яуаплылыҡтандыр, - ти Айһылыу.

Хәҙерге замана йәштәренә үҙҙәрен алдынғы ҡарашлы, тырыш һәм булдыҡлы итеп күрһәтер өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар тип әйтә алабыҙ. Йәне теләгән һөнәренә уҡып сыҡһынмы, берәй эшен асһынмы, тормошҡа сығып, кәләш алып, матур ғаилә ҡорһонмо – бар юлдар асыҡ. Тик тырышлыҡ ҡына кәрәк, әлбиттә. Шөкөр, булдыҡлы йәштәребеҙ бихисап. Шундай тырыш ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Айһылыу Түләбаева (Ҡолһарина) менән таныштырып үткем килә.
Айһылыу Йомағужа ауылында Рит Хәкимйән улы һәм Альмира Ислам ҡыҙы Ҡолһариндарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ. Ата-әсәһе сәнғәт кешеләре булғанғалыр, Айһылыу ҙа йыр-моңға ғашиҡ булып буй еткерә. Бала сағынан ғаиләһе менән мәктәптә, ауылда ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша ул һәм әле лә бер концерт-тамаша ла Ҡолһариндарҙың матур сығышынан тыш үтмәй.
Мәктәп йылдарында төрлө яҡтан үҙен күрһәтеп өлгөрә Айһылыу. Моңло тауышлы ҡыҙ шиғыр һөйләү, шул уҡ ваҡытта уларҙы ижад итеү, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙыу, район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа даими ҡатнашып килде. Ә бына уның һүрәттәре – ысын талант өлгөләре. Ул төшөргән серле һүрәттәрҙә тәбиғәт күренештәре, ҡоштар, хайуандар бик үҙенсәлекле, ысын һымаҡ килеп сыға. Конкурстарҙа бындай матурлыҡ тик алдынғы урындар ҡына яуланы.
Айһылыу Йомағужа урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң балаларға йыр-моң серҙәрен өйрәтеү хыялы менән Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Бында ла һынатмай тырыш ҡыҙ. Уҡыу йортонда ойошторолған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыу йәһәтенән тик “бишле” гә генә өлгәшеп, колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлай.
– Уҡыуға килгәндә барыһы ла, нисектер, еңел бирелде, бәлки, уҡытыусылар менән һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә булғанғалыр, бәлки, үҙемдең уҡыуға ҡарата яуаплылыҡтандыр. Хатта башҡа студенттарға ла контроль, практик, диплом эштәре менән ярҙам итә торғайным. Ата-әсәйҙең ярҙамына ғына өмөт итеп ултырып булмай бит инде, уларға еңелерәк булһын тип үҙем дә аҡса эшләргә тырыштым, ¬¬ – тип ул, йылмайып.
Уҡыуҙы тамамлағас Айһылыу Хәйбулла районы Степной ауылына тормошҡа сыға. Уҡыуынан ғына ҡәнәғәт булып ҡалмай ул, тырышып-тырмашып үҙенең һөнәре буйынса белемен камиллаштыра башлай. Ошо маҡсатта Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына тәрбиәсе һөнәре буйынса ситтән тороп уҡырға инә ул. Шулай итеп, Айһылыу тағы ла бер дипломлы белгес була.
Тормош ипташе Наил менән батыр ул үҫтерәләр. Йәштәр киләсәктә матур йорт һалып, бәхетле тормош көтөргә хыялланалар. Айһылыу әлеге мәлдә Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Уңған ҡатындың тағы ла бер яратып башҡарған шөғөлө бар, ул ҡул эштәре менән мауыға. Бына инде нисәнсе йыл унын “Бәйләнештә” селтәрендә айырым сәхифәһе бар. Милли стилдәге түшелдеректәрҙе, алҡаларҙы, тәсбихтәрҙе ул бик оҫта итеп эшләй. Был матурлыҡты уның сәхифәһенә инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/id526618728.
Киләсәктә лә Айһылыу матур тормош көтөп, бәхетлә әсә, ҡатын булып, һөнәри уңыштарға ирешеп, ата-әсәһен ҡыуандырып йәшәргә теләй.
Алған белеме, яйлы тормошо, бөгөнгө булмышы, һәр тыуған көнө өсөн ул ата-әсәһенә, туғандарына, уҡытыусыларына, айырыуса башланғыс класс уҡытыусыһы Әнисә Зәйнулла ҡыҙы Хәсәноваға, өлкән кластарҙа класс етәксеһе булған Зөлфиә Әхмәтзыя ҡыҙы Булатоваға оло рәхмәтле.
Эйе, тормошта һине әйҙәүселәрең, дөрөҫ юл күрһәтеүселәрең булыуы ҙур ҡыуаныс ҡына ул. Айһылыу был йәһәттән бик уңған.
Һәр ваҡыттағыса яҡты уйҙар менән йәшәүеңде теләйем. Бәхетле тормош, аҡ юл һиңә Айһылыу!
И. Аҡҡужина.
Читайте нас: