Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2020, 11:00

«Аманат» беҙҙә ҡунаҡта

“Оҫтахана” тип аталған конкурста ҡатнашып “Аманат”тың фирма сәғәте менән бүләкләнеүсе Лиана Аҡҡужина

Башҡорт телендәге баҫмаларҙы мин бик яратып уҡыйым. Бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан “Аманат” журналы оҡшай. Интернет селтәрендә төрлө гәзит-журналдарҙың сайттары бик әүҙем эшләп килә һәм шул сайттарға инеп, улар үткәргән конкурстарҙа ҡатнашыу минең өсөн бигерәк тә ҙур ҡыуаныс.
Башҡорт телендәге “Аманат” журналында уҡыусыларҙың, унда эшләгән апай-ағайҙарҙың фәһемле лә, файҙалы ла шиғыр-мәҡәләләре баҫылып сыға.
Мин дә бер нисә тапҡыр был журнал ойошторған конкурстарҙа ҡатнашып ҡарарға булдым. Беренсенән, беҙ ғаиләбеҙ менән «Аманат»ҡа яҙылыу тураһындағы квитанцияны редакцияға ебәреп, ике тапҡыр бүләктәр оттоҡ. Ә һуңынан “Оҫтахана” тип аталған конкурс ойошторолоуын белгәс, мин үҙемде унда ла һынап ҡарарға булдым. 2018 йылда мин әсәйемдән түшелдеректәр тегергә өйрәнеп алғайным. Үҙемдең эш өлгөләремде, түшелдеректе һәм башлыҡты эшләү тәртибен фотоға төшөрөп редакцияға ебәрҙем һәм оҙаҡламай һин еңеүсе булдың тигән ҡыуаныслы хәбәр алдым. Бүләккә башҡорт ҡурсаҡтары эшләү оҫтаһы Гөлнара апай Шахматова эшләгән ҡурсаҡты алып шатландым.
Икенсе еңеүем былтыр йәй булды. Ҡул эштәре менән мауығып башлағас интернет селтәренән мунсаҡтар менән брошкалар эшләү серҙәренә өйрәндем. Яратҡан журналым “Аманат”ҡа тағы ла эшемде ебәреп ҡарарға булдым. Һәм был юлы ла мин еңеүселәр рәтенә индем.
Ә яңыраҡ миңә Өфө ҡалаһынан журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Рәзил ағай Бикбулатов ҡунаҡҡа килде. Ул мине конкурс йомғаҡтары буйынса вәғәҙәләнгән Рәхмәт кәлимәһе һәм “Аманат”тың фирма сәғәте менән бүләкләне. Рәзил ағайға һәм журналда эшләгән бөтә ағай-апайҙарға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Уларға эштәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйем.
Үҙемдең тиҫтерҙәремде Аманат”ҡа яҙылып конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырам.
Лиана Аҡҡужина,
Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 4 класс уҡыусыһы.
Читайте нас: