Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш сәфәре барышында компанияның коммерция директоры Радмир Ғәлиев белдерҙе. “Столыпино” — емеш-еләк үҫентеләрен ултыртыуҙан алып еләкте эшкәртеү һәм уны үҙ федераль дилер селтәре аша һатыуҙы берләштергән тулы цикллы хужалыҡ. Бында төбәк климаты шарттарына яраҡлаштырылған емеш-еләктең 150 төрө сығарылған, улар араһында ҡайын еләге, айыу баланы, ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, гөлйемеш, женьшень, алмағас, груша, маньчжурия сәтләүеге бар. Компания “Восход” атамалы баҡса, уның нигеҙеңдә агропарк ойоштороп урындағы фермерлыҡты үҫтереүгә башланғыс һалырға ниәтләй.
Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/184501-bashkortostan-elk-emesh-baksahy