Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2020, 16:46

Белгестәр төплө кәңәш бирер

7 июлдә Ғаилә аҙналығы саралары эстафетаһын Файҙалы кәңәштәр марафоны дауам итә.

Уның маҡсаты – ата-әсәнең иғтибарын балалар менән мөнәсәбәттәргә йәлеп итеү, уларҙы дөрөҫ көйләү, ғаиләлә низағҡа юл ҡуймау.

Көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем 8-800-347-5000 телефоны аша шылтыратып, психолог, табип, логопед, медиатор менән кәңәшләшергә мөмкин. Һеҙҙең менән бәйләнешкә ингән Наталья Слободян – ғаиләлә гармониялы мөнәсәбәт булдырыу, Анна Сальманова – баланы баҡсаға һәм мәктәпкә тиҙ арала өйрәтеү, ата-әсә айырылышҡанда балаға ярҙам итеү, Максим Беляев – нисек итеп низағҡа юл ҡуймау, ярашыу, Лена Калашникова – телмәр үҫтереү, Марина Латушкова – өйҙә йәки урамда имгәнгән балаға тәүге ярҙам күрһәтеү, Руслан Сәйфуллин һәм Искәндәр Мостафин үҫмерҙәрҙе аңлау, улар менән дөрөҫ аралашыу кеүек мәсьәләлр буйынса төплө кәңәш бирер.

Фото: bashinform.ru
Читайте нас: