Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2020, 17:20

#7егеткөндәлектәре

Ете егет беҙҙең районда ҡунаҡта

Былтыр "Ете егет" тапшырыуҙарын яратып ҡарағайныҡ. Башҡортостандың төрлө райондарынан 7 башҡорт егете ҡатнашҡан реалити-шоу күптәргә оҡшаны.
Күп һорауҙар буйынса журналист, продюсер Рита Өмөтбаеваның был проекты быйыл да дауам ителә
Проекттың беренсе көнө бик ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлектәргә бай булды. Башҡортостаныбыҙҙың иң матур райондарының береһе - Йылайыр районында, йәмле тәбиғәт ҡосағында, егеттәр ҡурай яһау серҙәренә төшөндөләр. Был эштә уларға билдәле бейеүсе, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Йәүҙәт улы Низаметдинов ярҙам итте.
Бөгөн иһә ете егет үҙ көсөн йылҡысылыҡта һынап ҡараясаҡ. Йылҡысылыҡ - боронғо башҡорттарҙа киң таралған шөғөлдәрҙең береһе. Ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға был шөғөлдө һаҡлап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткерә алған.
Батыр егеттәргә уңыштар теләйек!
Беҙҙе instagram селтәренда күҙәтеп барығыҙ @kuraitv
Читайте нас: