Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2020, 11:00

Үҙ ҡулдары менән эшләгән булған...

Ауырғазы районының Ишле ауылынан өс километр алыҫлыҡта бик аяныслы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.

68 йәшлек Өфө кешеһе, үҙ ҡулдары менән эшләгән прицеплы мотокультиваторға идара итеп ялан буйлап барғанда, яңылыш карст йырынына төшөп киткән. Алған йәрәхәттәренән ул урында уҡ йән биргән.

Дөйөм алғанда, һуңғы тәүлектә республикала 13 автомобиль аварияһы теркәлгән. Ике кеше һәләк булған, 16 кеше төрлө йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ идаралығы вәкилдәре юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100 осрағын теркәгән, 63 иҫерек водитель тотолған.

Фото: "Башинформ".
Читайте нас: