Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 11:05

Һимереү сиргә әүерелә бара...

Республикала һимеҙҙәрҙең артыуы табиптарҙы борсоуға һалған.

Ҡайһы бер райондарҙа уларҙың һаны һуңғы биш йылда ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Мәҫәлән, 2018 йылда йөҙ мең кешегә уртаса 159,8 һимеҙлек осрағы тура килгән. Ә бит 2014 йылда был күрһәткес ике тапҡырға тиерлек кәм булған. Табиптар Нуриман, Әлшәй, Салауат, Архангел, Кушнаренко, Йәрмәкәй, Балтас, Федоровка райондарындағы хәлде бик көсөргәнешле тип иҫәпләй. Октябрьскийҙа айырыуса хәл мөшкөл, бында һимеҙлек диагнозы уртаса республика күрһәткесенән 2,5 тапҡырға күберәк ҡуйыла, тип хәбәр итә Bash.News.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында һимеҙлектең артыуы ныҡ күҙәтелә. Айырыуса был Борай, Стәрлебаш, Баҡалы, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы райондарына, Сибай ҡалаһына ҡағыла. Хәүефле биләмәләр рәтендә –Йәрмәкәй, Бөрйән, Ауырғазы, Учалы, Шаран, Федоровка,Тәтешле, Илеш, Белорет, Нуриман райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Фото:Bash.News.
Читайте нас: