Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 11:05

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән.

Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж. Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә … банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай калий, кальций һәм фосфор сығанағы. Банан ҡабығын турап помидор, татлы борос, ҡыяр төбөнә күмһәң ул тиҙ тарҡалып үҫентеләр үҙләштерер матдәгә әүерелә. Ҡабыҡты һыуҙа ебетеп компост сәйе эшләргә һәм түтәлгә һибергә мөмкин, был осраҡта тупраҡ ҡатламдары яҡшыра. Файҙалы ашламаны баҡсасылар ҡыш оҙонона йыйып әҙерләй. Ҡабыҡты турап туңдырып һаҡлайҙар. Банан ҡабығы төнәтмәһен үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында ла ҡулланалар.
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/184271-pomidor-tatly-bulhyn-oson
Читайте нас: