Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 11:00

Антисептиктың зарары бар

Составында этанол булған антисептиктар етди ауырыуға килтереүе ихтимал.

Был хаҡта Америка Ҡушма Штарттарының аҙыҡ-түлек һәм медикаменттарҙың сифатын санитар күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итә. Һуңғы ваҡытта антисептиктан ағыуланыу осраҡтары йышайған. Тирене зарарһыҙландырыу сараларына метанол ҡушылғаны асыҡланған. Был матдә ағыулы, тире һәм лайлалы тиресә аша организмға үтеп зарар килтерә. Уның һуҡырайыуға, хатта үлемгә килтергән осраҡтары билдәле. Метанолдан күңел болғаныуы, баш ауыртыуы, тән тартышыуы мөмкин. Белгестәр фекеренсә, метанол зарары тәү сиратта бәләкәй балалар өсөн хәүефле, улар аңғармаҫтан был шыйыҡсаны йотоуы бар. Рәсәй дерматовенерологтары иһә тирене антисептик менән эшкәртеүҙе хәүефле тип таба. Ҡулды йыш һабынлап йыуыу, антисептик шыйыҡсаларҙы файҙаланыу тән тиреһенең һаҡ кәртәһен боҙоп төрлө инфекцияға тарыуына булышлыҡ итә. Тирене ярһытҡыс матдәләр исемлегенә табиптар спирт, артыҡ һалҡын йәиһә артыҡ эҫе һыу менән составында һелте күп һабынды индергән.
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/184818-antiseptiktyn-zarary-bar
Читайте нас: