Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 18:55

Балаһын тиреҫ аҫтына күмгән...

Былтыр августа Дүртөйлө районының Исмаил ауылында йәшәгән 29 йәшлек ҡатындың башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығы хаҡында күп яҙғайнылар. Тәүҙә ҡатын бер йәшлек балаһының серле рәүештә юғалғаны хаҡында хәбәр иткәйне.

Малайҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Әммә 31 августа ҡот осҡос яңылыҡ мәғлүм булды: баланың кәүҙәһе әсәнең йорто ихатаһында, тиреҫ аҫтында табылды.
Ҡатын был хәлде былай аңлатҡан: малай асығып һәм илап уянғас, уны тынысландырырға тырышҡан, әммә өйҙә уны ашатырлыҡ бер нәмә лә булмаған. Бала илауҙан туҡтамағас, әсә быуа башлаған. Сабый бөтөнләй тынғас ҡына ҡатын нимә эшләгәнен аңлаған һәм кәүҙәһен ихатаға сығарып күмгән. Унан инде "бала юғалды" тип саң ҡаҡҡан...
Ошо көндәрҙә мәғлүм булыуынса, республика прокуратураһы бала ғүмерен ҡыйған вәхши әсәне 18 йылға холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатыуҙы, унан тағы ла ике йылға иркен сикләүҙе һорағайны.
Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 йәшлек әсәгә суд булған. Уны 15 йылға хөкөм иткәндәр. Язаны ҡатын дөйөм режимлы колонияла аласаҡ. Унан тыш, Юлиә Х. холоҡ төҙәтеү учреждениеһында алған эш хаҡынан элекке иренә – баланың атаһына 1 миллион һум күләмендә аҡса түләргә, йәғни әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш. Асыҡланыуынса, енәйәт ҡылған ваҡытта әсә нимә эшләгәнен тулыһынса аңлаған, аффект хәлендә булмаған.
Читайте нас: