Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 11:05

Муйыл мәле етте

Муйылдың файҙаһы нимәлә?

Урман-ҡырҙарҙа емеш-еләк өлгөрә. Муйыл да ҡарая башланы, июль аҙаҡтары, август башында ул тулыһынса тәмләнә.
Халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Ҡайырыһы тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы ҡулланыла, теш һыҙлауын баҫа. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин.
Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.
Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр эштәре әҙерләгәндә ҡулланалар. Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултырһаң да яҡшы һаҡлана.
Муйылдың сәскәһе лә, емеше лә эс китеүҙән файҙалы. Тик сама белеп ҡулланырға кәрәк.

Фото: medistok.ru
Читайте нас: