Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2020, 13:10

Луизаның эше тикшерелеп бөттө

Тотолоуҙарына бер йыл тулыуға Луиза Хәйруллинаның эше тикшерелеп бөттө һәм ошо арала судҡа ебәреләсәк

Был яңғырауыҡлы ваҡиға былтыр май айында булғайны. Кассир ҡатын үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән юҡ булды. Уны бандиттар үлтергән тигән фараздар ҙа булды, икенселәр сит илгә киткән тип нарыҡланы. Әммә барыһы ла күпкә ябай булып сыҡты: Хәйруллиндар ғаиләһе ни бары күрше Ҡазанға барып еткән һәм шунда ҡуртымға фатир алып йәшәгән.
Тотолғас, уларҙы Башҡортостанға алып ҡайттылар. Луизаны СИЗО-ға, ире Маратты өйҙәге һаҡ аҫтына ултырттылар. Ҡыҙҙарын олаталары ҡарай ине, хәҙер улар кире аталары менән йәшәй.
Шулай итеп, ошо көнгә тиклем был енәйәт эшен тикшереү барҙы. Үҙләштереү һәм өҫкә аҡса сығыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был енәйәт эше 12 томға еткән. Тәфтишселәр асыҡлауынса, Луиза аҡсаны бер көн эсендә түгел, ә ике йыл дауамында, 2017 йылдың сентябренән 2019 йылдың майына тиклем урлаған.
Ниндәйҙер осраҡта ул аҡсаны офистан алып сыҡҡан, икенсе осраҡта банктың кассаһында иренә биргән. Аҡсаны ире Марат ҡомарлы уйындар уйнап оттороп бөткән.
Банкта ревизия буласағын белеп ҡалғас, Луиза миллион һум самаһы аҡса алған һәм ғаиләһе менән ҡасҡан. “Ул барлығы 25 миллион һумдан күберәк аҡса урлаған. Букмекер ойошмаларынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, аҡсаның ҙур өлөшөн ире ставкаларҙа уйнап бөтөргән”, – тине был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле Ирина Волк.

Һәм бына енәйәт эшен тикшереп бөткәндәр. Уны Луиза менән иренә хөкөм ҡарары сығарыу өсөн Салауат ҡалаһы судына ебәргәндәр. Уларҙың икеһе лә ғәйепле тип табылған. Луизаға был ҡылығы өсөн ун йылға тиклем төрмә һәм миллион һумға тиклем штраф янай. Ире Маратҡа ҡарата ла суд ҡарары бик ҡаты булыуы ихтимал.

Суд нимә ҡарар итер, көтәйек.
Читайте нас: