Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары отпускынан һуңғы стресты көсәйтә. Сәғәт, климат алмашыныуы, йоҡо режимының үҙгәреүе өйрәнелгән тәртипкә яраҡлашыуҙы тотҡарлай. Организмға ғәҙәти хәлдәргә ҡайтыр өсөн бер нисә көн ваҡыт талап ителә. Эш көндәрен иһә ябай бурыстарҙан башлағыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Почта хәбәрҙәрен барлау, хеҙмәттәштәрҙән эштәге хәлдәрҙе белешеү, отпускы алдынан башлаған проекттарҙы дауам итеү отошло. Отпускыны хәтерләткән фотоһүрәттәр, иҫтәлекле әйберҙәр кәйефте көйләргә булышлыҡ итә. Психологтар асыҡлауынса, хеҙмәткәрҙәрҙең 40 процентҡа яҡыны отпускынан һуңғы стресҡа дусар. Физиологик кимәлдә был хәл аппетит юғалыуына, ялға бағлаған өмөттөрҙең аҡланмауы сәбәпле агрессияға килтереүе бар.