Ишембай районында Ҡанаҡай – Әхмәр юлында 16 йәшлек ҡыҙҙы машина менән бәрҙереп киткәндәр. Яҡынса тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, водитель “Лада Приора” автомобиленә идара иткән.
Авария урынында ватылған көҙгө һәм фара табылған, серия номеры буйынса уның тап ошо автомобиль моделенеке икәнен асыҡлағандар. Ҡыҙҙың хәле ауыр, ул дауаханала. Был ваҡиғаға ҡағылған ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, ошо телефонға йәиһә ЮХХДИ органдарына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: 8-987-106-06-01.
Хөрмәтле водителдәр, әлегеләй томра эҫе көндәрҙә айырыуса уяу булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.