Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:06

Ситтә ҡалмағыҙ

Мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

Президент гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларға коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш шарттарында ярҙам итеү өсөн махсус конкурс иғлан итте. Был турала анығыраҡ Фейсбукта “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе Люция Юлыева һөйләне.

Шулай итеп, ярҙамды айырыуса яҡлауһыҙ булған социаль төркөмдәргә булышлыҡ иткән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аласаҡ. Бындай төркөмгә өлкән йәштәге кешеләр, коронавирус менән зарарланған ғаиләләр, зарарланыу буйынса хәүеф төркөмөндә булған кешеләр, инвалид балалары булғандар, күп балалы ғаиләләр, тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, балалар, етемдәр өсөн ойошмаларҙан сығарылған 18-ҙән 23 йәшкә тиклемгеләр, ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр сирҙәре булған кешеләр, паллиатив ярҙамға мохтаждар, йәшәгән урыны булмағандар, мигранттар, медицина һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр инә.

Ғаризалар өс грант йүнәлеше буйынса ҡабул ителәсәк:

- социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау;
- граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау;
- ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡҡа ярҙам итеү.

Конкурстың положениеһы https://xn--80afcdbalict6afooklqi5o.xn--p1ai/public/special2020 һылтанмаһы буйынса.

Ғаризалар 16 июндән 15 июлгә тиклем ҡабул ителә. Заявкалар 16 июлдән 31 авгусҡа ҡәҙәр ҡараласаҡ. Һөҙөмтәләр 31 авгусҡа тиклем иғлан ителә һәм 1 сентябрҙән проекттар тормошҡа ашырыла башлай.

Проект иң күбе 16 айға тиклем иҫәпләнгән булырға һәм 2020 йылдың 1 сентябренән 2021 йылдың 31 декабренә тиклемге ваҡыт арауығында ғәмәлгә ашырылырға тейеш.

Грант иҫәбенә мөмкин булған төп сығымдар: эш хаҡы, бинаны ҡуртымға алыу һәм уны тәртиптә тотоу, шәхси яҡланыу саралары, кейем һәм аяҡ кейеме һатып алыу, тура матди ярҙам (түләүһеҙ ҡайнар аш, аҙыҡ-түлек йыйылмалары, кейем, аяҡ кейеме, беренсел кәрәк-яраҡ, ҡиммәтле булмаған дарыу һәм медицина әйберҙәре менән тәьмин итеү, йыйыштырыу, дезинфекция үткәреү, ваҡ көнкүреш ремонты башҡарыу), транспорт сығымдары, элемтә хеҙмәттәре, медицина тикшереүе үткәреү, хәүефле урындарҙа эшләгән кешеләрҙең һәм ирекмәндәрҙең ғүмерҙәрен, һаулығын страховкалау.

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. Был ярҙам - мохтаждарҙы хәстәрләү һәм файҙалы проекттарға гранттар алыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Читайте нас: